Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурс лауреаттарын тәбрикләп, уларға артабан да уңыштар теләне.
«Финалға тиклем оҙон юл үттегеҙ. Быйылғы конкурс тамамланһа ла, нөктә ҡуйырға ашыҡмағыҙ әле. Сөнки был, киреһенсә, яңы башланғыс, яңы проекттар, яңы өмөттәр. Һеҙҙең артабанғы педагогик эшмәкәрлегегеҙ тик бишлегә баһаланһын. Дистанцион уҡыуҙы ойоштороуҙағы фиҙакәрлеге өсөн бөтә уҡытыусыларыбыҙ ҙа миҙалға лайыҡ. Һеҙҙең иңегеҙгә быйыл айырыуса ҙур яуаплылыҡ һәм бурыс йөкмәтелде, һеҙ был эште лайыҡлы атҡарып сыҡтығыҙ», — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Тулыраҡ:
https://kurultai.ru/ba/content/2069-uchitel-goda-bash..#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашҡортТеле #БашкирскийЯзык #Башкортостан #учитель #Уфа #ЭльвираАиткулова