Был эштең башы ғына. Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ реестры даими тулыланып барасаҡ. Был исемлеккә тәүҙә оҙон көй индерелде. Тимәк, оҙаҡламай башҡа халыҡ йырҙарына ла патенттар алынасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорттостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы тураһында закон үткән йыл ҡабул ителде.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Роспатенттың базаһында һәр композиция буйынса тарихи белешмә, музыкаль нотация, текст кеүек мәғлүмәт тупланған. Көйҙө тыңлау өсөн махсус һылтанма бирелгән.
Тәүге исемлеккә ингән 100 йыр араһында «Байыҡ», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә» «Ете ҡыҙ», «Хан ҡыҙы» һәм башҡалар бар. Реестр Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында баҫыласаҡ.