+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 09:00

Республика Халыҡ-ара фольклориадаға әҙерләнә

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре милли байрамдарҙы уҙғарыу буйынса белемен камиллаштыра башланы

Оҫталыҡ лабораторияһын Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған.
Белгестәр әйтеүенсә, был курстар халыҡ-ара фольклориада алдынан бик әһәмиәтле. Сөнки лекцияларҙы Рәсәй кимәлендә билдәле режиссерҙар, сәхнә оҫталары алып бара. Улар күләмле сараларҙы ойоштороу нескәлектәре менән таныштыра, төп етешһеҙлектәр хаҡында иҫкәртә.
Ижади лабораторияла төрлө райондарҙан йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша. Мәҫәлән, Бөрйән районынан 10 мәҙәниәт учреждениеһы вәкилдәре килгән.
Һәр бер райондың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары бар. Был фольклориадаға ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле һәм бай йөкмәткеле программа әҙерләү мөмкинлеге тигән һүҙ. Был сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороу бурысы ғына тора. Ейәнсуралар шәл байрамы, ә Белореттар һунарсылыҡ менән бәйле йолаларҙы күрһәтергә иҫәп тота.
Рәмзиә Кәримова
https://bash.news/bash
Читайте нас: