+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 14:50

"Буранғолов көндәре"

Дистанцион форматта уҙған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция билдәле фольклорсы, драматург, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтша Буранғоловҡа арнала. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров:

- Конференцияны ойоштороусылар Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы, Әлшәй районы муниципаль берәмегенең мәғариф бүлеге, Мөхәмәтшәа Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы. Үҫеп килгән быуындың илһөйәрлек, рухи-әхлаҡи мәҙәниәтен формалаштырыу, тыуған төйәккә, телгә, мәҙәни йолаларға һөйөү тәрбиәләү сараның төп маҡсаты булып тора. Конференцияла Башҡортостан Республикаһының мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары ҡатнаша.
Ғилми-ғәмәли конференция 10 апрелгә тиклем дауам итә.
https://bash.news/bash
Читайте нас: