+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 10:52

«Айыҡ ауыл-2020» конкурсы буйынса тауыш биреү тамамланды

«Голос РБ» сайтында 34 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе.

Был аҙнала конкурстың ойоштороу комитеты ултырышы үтәсәк, унда еңеүсе һәм бүләкләнеүселәр тураһында ҡарар ҡабул ителә. 8 апрелдә «Конгресс-холда» ярышҡа йомғаҡ яһала, еңеүсе ауылдарҙың исемдәре атала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе-өсөнсө урын яулаусылар муниципалитет биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн ике, өс һәм биш миллион һумлыҡ сертификаттар аласаҡ.

«Айыҡ ауыл — 2020» проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
https://vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас: