Пермь крайында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Санкт-Петербург Тау университетына (хәҙерге ваҡытта Плеханов исемендәге тау эше институты) нигеҙ һалған Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Ул Ғәйнә улусы старшинаһы, билдәле мәғдән сығарыусының тыуған ауылы Ҡуянда урынлашты.