үҙенең тыуған көнөндә ул бар эштәрен ситкә ҡуйып, ғаиләһе менән бергә үткәрә. Ул ҙур банкеттар ойоштормай, ни бары яҡындары менән бәләкәй кисә үткәрә. Унда тик туғандары һәм иң яҡын дуҫтары саҡырыла. Күп ваҡытта яҡындарын үҙе бешергән аш-һыу менән һыйлап кинәндерә икән.