+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2021, 19:42

Балан байрамы

Балан тураһында йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейеүҙәр күрһәтеп, шау-гөр килеп байрам итте ағинәйҙәр.

Ағинәйҙәр хәрәкәте – республика ауыл-ҡалаларын тотоп торған ҙур көс ул. Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез ҡалаларынан һәм райондарынан, Ғафури, Федоровка, тағы әллә ҡайҙарҙан – ағинәйҙәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында йыйылды. Бында балан байрамы үткәрелде. Балан тураһында йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейеүҙәр күрһәтеп, шау-гөр килеп байрам иттеләр. Һәр район үҙенең күстәнәстәре менән килгән. Шундай үҙе әскелтем, үҙе татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, иҙәнде һелкетеп бейеү, йыр, уйындар менән бергә үрелеп барҙы байрам. Проекттың авторы - Вәсилә Хәлиҡоваға барыһы ла рәхмәтле. Байрам көҙ көнө ойошторолорға тейеш ине, билдәле сәбәптәр - пандемия арҡаһында ул күсерелеп килде.
Читайте нас: