+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 20:03

"ТАШ-ҠАТЫН"

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында бик матур сара уҙҙы. Билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы Зөлфиә Ханнанованың ике телдә баҫылған "Таш ҡатын" ("Женщина из камня") исемле китабының исем туйында (дауамы сайтта)

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ –ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте студенттары һәм башҡа шиғриәт һөйөүселәр ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл артында йәнле һөйләшеүҙә ҡатнашыусы һәр кемдең сығышы ла тулҡынландырғыс булды. Шағирәнең шиғырҙарын тәржемә итеүселәр Светлана Чураева, Лина Солтанова, Сергей Янаки үҙ сығыштарында Зөлфиә Ханнанова ижадының яҡты булыуын, шуға күрә лә уның әҫәрҙәре менән эшләү үҙе бер байрам булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, изге теләктәрен еткерҙеләр. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союздары ағзаһы Сергей Янаки башҡарыуында “Атай йорто” шиғырының тәржемәһен уҡығанда тыңлап ултырыусыларҙың күҙҙәрендә йәштәр йылтыраны, был хәл ике шағирҙың да кеше күңелдәренә асҡыс таба белеүе һөҙөмтәһе. Залда урынлашҡан ҙур экрандан Әстерхан, Ингушетия кеүек Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, Белорусь, Ҡаҙағстан кеүек сит илдәрҙән тәржемәсе-шағирҙарҙың башҡорт ҡатынына ихтирамын белдергән ялҡынлы сәләмдәрен тыңлау ҙа бик әҫәрләндерҙе. Улар барыһы ла Таш ҡатын - бик көслө образ икәнде һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев шағирәнең хеҙмәтен, тырышлығын баһалап киләсәктә лә илһамлы ижадһәм уңыштар теләне.
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫтырылған "Таш ҡатын" ("Женщина из камня") китабы ла китап уҡыусыларҙың яратып уҡыған китабы булырына шик юҡ.
Миләүшә Ҡыҙрасова.
Читайте нас: