+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 11:00

«Һәм йәнә ул, беҙҙең Рудик»

Алексис Таррад, Рәсәйҙәге француздар ойошмаһы президенты: «Бөйөк артист беҙҙе сәнғәт хаҡына берләштерҙе. Рудольф Нуриевтың ижады ысынлап та кешеләр һәм илдәрҙе бер-береһенә яҡынайтыу көсөнә эйә».

Мәскәүҙә Рудольф Нуриевтың тыуған көнө уңайынан Франция-Рәсәй художестволы проекты асылды
«Һәм йәнә ул, беҙҙең Рудик». Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә күренекле яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың тыуған көнө уңайынан асылған Франция-Рәсәй художестволы проекты шулай тип атала.
Ошо көндәрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһында асылған күргәҙмәлә донъя балет сәхнәһе йондоҙоноң 100 уникаль фотоһүрәте ҡуйылған. Милли Париж Операһы фотографы Франсет ЛевьЕ төшөргән фотолар шәлкеме Рудольф Нуриев тормошо һәм ижадының 1971 йылдан алып 1984 йылға тиклем Францияла йәшәгән осорон сағылдыра. Фотоһүрәттәрҙә бейеүсе репетициялар һәм спектаклдәр ваҡытында һынланған.
Алексис Таррад, Рәсәйҙәге француздар ойошмаһы президенты: «Бөйөк артист беҙҙе сәнғәт хаҡына берләштерҙе. Рудольф Нуриевтың ижады ысынлап та кешеләр һәм илдәрҙе бер-береһенә яҡынайтыу көсөнә эйә».
Күргәҙмә тарихы Францияла башланған. Проект кураторы Ғәлиә ПуйЕ әйтеүенсә, ваҡытында снәғәт өлкәһендә Морис Бежар, Владимир Васильев, Ҙур театр артистары кеүек билдәле шәхестәр менән эшләгән Франсет ЛевьЕның архивында меңдәрсә фото һаҡлана. Рәсәй күргәҙмәһе өсөн фотоһүрәттәр һайлағанда ойоштороусылар күренекле бейеүсенең сикһеҙ таланты, ныҡышмаллығы һәм эшһөйәрлеген күрһәткәндәрен һайлап алған.
Мәскәүҙән күргәҙмә Башҡортостан ҡалаларына юллана. Ойоштороусылар шәхестең тыуған ерендә лә уға бәйле көтөлмәгән экспонаттар табыуға, проектҡа яңы көстәр ҡушылыуға өмөтләнә.
Гөлдәриә Йосопова
Читайте нас: