-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 13:00

Көнгә ҡағылған тыйыу

Мосолмандарҙа иһә әүәл йома ете көн араһы һаналып, был көн изгеләштерелгән.

Халыҡ ижадында көнгә ҡағылған тыйыуҙар күҙәтелә. Көнсығыш роман ҡәүемдәре мифологияһында уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән сихырсы ҡыҙҙар үҙ көнөндә, йәғни 24 июндә, тыйыуҙарҙы боҙған өсөн һантыйлыҡ, һаңғыраулыҡ, телһеҙлек ебәрә.
Боронғо славян традицияһы ҡатнашсыһы Пятница көнөндә ҡатын-ҡыҙ йөн иләмәй, күлдәк йыумай. Пятницаның күҙен саңландырмаҫ өсөн ирҙәр ер һөрмәй. Тыйыуҙы боҙһаң, Пятница төрлө бәләгә дусар ҡылыуы, күҙ ауырыуҙарына һабыштырыуы ихтимал.
Телгә алыуыбыҙса, Библиялағы ун ҡанундың береһе шәмбе көнөнә ҡағыла. Уны изгеләштереү өсөн шәмбене хәтереңдән сығарма, алты көн эшлә һәм үҙеңдең төрлө ғәмәлдәреңде бойомға ашырыуға бағышла, ә етенсе көндө, шәмбене (әүәлге көн иҫәбе буйынса шаббат аҙнаның һуңғы көнө) — Илаһҡа, үҙеңдең Аллаңа бағышла, был көндө бер эш тә эшләмә, үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, малың да, өйөңә килеүсе лә, сөнки Илаһ күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне алты көндә бар иткән, ә етенсе көндө тынысланған, Илаһ шәмбе көнөнә фатиха ҡылып, уны изгеләштергән.
Мосолмандарҙа иһә әүәл йома ете көн араһы һаналып, был көн изгеләштерелгән. Ҡөрьәндә шулай тиелә: «Әй, иман килтергән кешеләр! Йома көндө намаҙға саҡырғас, Аллаһты зекер итергә ашығығыҙ һәм алыш-биреште ҡалдырып тороғоҙ. Беләһегеҙ килһә, был һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр».
Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Халҡым хазинаһы” китабынан
Читайте нас: