-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 08:21

Туймазыла 260 урынлыҡ балалар баҡсаһында төҙөлөш эштәре тамамланды

Объектҡа 2019 йылдың авгусында «Демография» милли проекты сиктәрендә нигеҙ һалынғайны.

Заказсы булараҡ Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһаны. Әйткәндәй, былтыр учреждение көсө менән ҡалала яңы балалар поликлиникаһы ла сафҡа индерелгәйне. Бер сменала ул өс йөҙ пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Хәреф, һандар, төҫтәр өйрәнеүҙә заманса алымдар. Туған тел кабинетында балаларҙың зиһенен үҫтереү, ижади һәләттәрен асыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Милли уйындар, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүгә айырыуса иғтибар. Туймазы ҡалаһында төҙөлгән яңы мәктәпкәсә учреждение кескәйҙәрҙе ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Мебель-йыһаздар ҡуйылған. Тәжрибәле коллектив тупланған. Тәрбиәселәрҙән тыш, балалар менән медицина хеҙмәткәре, логопед-психологтар ҙа эшләйәсәк.
4700 квадрат метр майҙанлыҡ социаль объект эстән генә түгел, тышҡы яҡтан да сағыу биҙәлеше менән айырылып тора. Бында кескәйҙәрҙең ялы күңелле үтһен өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Мәғариф идаралығы етәкселеге билдәләүенсә, яңы объект балалар баҡсаларына сиратты кәметәсәк. Шул уҡ ваҡытта мәсьәләне тулыуынса хәл итеү юлдары ла барлана.
18-се балалар баҡсаһы – Туймазы ҡалаһының иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеларының береһе. Был объект та Башҡортостан капиталь төҙөлөш идаралығы заказы буйынса төҙөлгән.
Ҡалала сәләмәт быуын тәрбиәләүгә иғтибар юғары. 2020 йылдың ғинуарында яңы балалар поликлиникаһы сафҡа индерелде. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлөш эштәренә 336 миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. Сумманың күп өлөшөнә заманса медицина ҡорамалдары һатып алына.
Поликлиникала балалар табиптарына ҡытлыҡ булыуы ғына күҙәтелә. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.
Гөлназ Хәйбуллина
Читайте нас: