-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 13:00

Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

18-20 мартта Пермь төбәгендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Ысынында сара 16 мартта уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһының Пермь крайы ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән онлайн-осрашыуынан башланды.

18-20 мартта Пермь төбәгендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Ысынында сара 16 мартта уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһының Пермь крайы ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән онлайн-осрашыуынан башланды. «Туған тел – изге Аманат» тип исемләнгән сарала башҡорт телен ғаиләлә, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды, телде өйрәтеү буйынса заманса мобиль ҡушымталар тураһында аңлатып кителде.
Бөгөн Барҙа ауылының Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияһында «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» журналы коллективтары, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин эш башланы. Улар балалар менән аралаша, милли кейемдә фотосессия ойоштора, төрлө уйындар үткәрә, «Нурбостан», «Шумер» йәнһүрәттәрен күрһәтә, башҡорт уғынан атыу дәрестәре уҙғара.
Төнгүк ауылының Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә Ғәйнә башҡорттары конференцияһы башланып тора. Сара алдынан фойела биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы Милли музейының «Башҡорт халҡы этнографияһы» исемле планшетлы күргәҙмәһе лә урынлаштырылған.
Конференцияның фәнни-ғәмәли өлөшөн билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың «Ғәйнә башҡорттары тарихы» документаль фильмы асып ебәрҙе.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Пермь #башҡорттар #башкиры #Ғәйнә #Гайна #ЫрыуҙарҠоро #СъездБашкирскихРодов
Читайте нас: