Иртәгә, 19 мартта, Башҡортостандың Милли музейында ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы күргәҙмәһе асыла.
Дивизия Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда, халыҡ иҫәбенә булдырыла. Хужалыҡтарҙан 13,3 мең баш ат, кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым бүленә. Ә 1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы етәксеһе Р. К. Ибраһимов уға байраҡ тапшыра. Тап ошо байраҡ менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин буласаҡ.