+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 12:00

Галле ҡалаһында йәшәүселәргә – оҫталыҡ дәресе

Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова Өфө һәм Галле ҡалалары араһындағы туғандаш мөнәсәбәттәр Халыҡ-ара ассоциацияһы проектында ҡатнашты.

Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова Өфө һәм Галле ҡалалары араһындағы туғандаш мөнәсәбәттәр Халыҡ-ара ассоциацияһы проектында ҡатнашты.
Проект сиктәрендә Эльвира Муллағолова башҡорт бейеүе нигеҙҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Проект онлайн форматта үтә, аҙна һайын ҡатнашыусылар Башҡортостан мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса төрлө йүнәлештә онлайн осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Немец ҡалаһы Галле 1977 йылдан Өфө менән туғандаш ҡала. Ғәскәрселәр халыҡтар дуҫлығын нығытыуға йүнәлтелгән төрлө сараларҙа йыш ҡатнаша.
«Беҙ концерттар менән донъя буйлап сығыш яһайбыҙ, әлбиттә, төрлө илдәрҙә дуҫтарыбыҙ бар. Электән Катарина һәм Нилс менән аралашабыҙ, улар Өфөгә килгәндә осраштыҡ, 2017 йылда Германияла Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә беҙ уларға барҙыҡ. Заманса технологиялар ярҙамында Галле ҡалаһында йәшәүселәр билдәле башҡорт бейеүе «Гөлнәзирә»не өйрәнде. Хәҙер беҙ тағы ла яҡыныраҡ булыуыбыҙға шатбыҙ».
Ансамблдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алда тағы оҫталыҡ дәрестәре менән дүрт эфир була.
Читайте нас: