+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 09:00

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу - 2021

Халыҡ иҫәбен алыу сентябргә тәғәйенләнде. Ләкин был датаның тағы ла кисектерелеүе ихтимал.

Халыҡ иҫәбен алыу сентябргә тәғәйенләнде. Ләкин был датаның тағы ла кисектерелеүе ихтимал.
Коронавирус таралыу сәбәпле, мөһим кампания быға тиклем дә ике тапҡыр кисектерелгәйне. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте етәксеһе Павел Малков әйтеүенсә, пандемия шарттарында икенсе көндөң нисек булырын фаразлау мөмкин түгел. Шуға ла халыҡ иҫәбен алам тип кеше ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыу төптө дөрөҫ түгел, тине федераль ведомство етәксеһе.
Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының күсерелеүе уны уҙғарыуға ентекле әҙерләнеү мөмкинлеге лә бирҙе. Сөнки статистика хеҙмәтенең көнүҙәк һәм объектив мәғлүмәттәренән тыш идара итеү эшен алып барыу мөмкин түгел. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уны уҙғарыу төбәктәрҙән етди әҙерлек, яуаплылыҡ талап итә. Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуға старт һыҙығында. Кампанияла төбәктә ун мең иҫәпсе эшләйәсәк.
Айнур Кәбиров
Читайте нас: