+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 12:05

“Минең исемем Салауат.”

Өфөләге “Родина“ кинотеатрында исеме донъяға билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында документаль фильм күрһәтелде. Үҙенсәлекле яҙмышлы башҡорт улы менән таныштырған был бай йөкмәткеле фильмдың авторы -

Гәүһәр Батталова, режиссеры - Әлфиә Арыҫланова, ҡуйыусы операторы - Урал Ғатауллин, композиторы - Илшат Хәлилов. Кино Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән.
Салауат Щербаковтың яҙмышы бик үҙенсәлекле. Ул 1955 йылда Мәскәүҙә тыуған. Атаһы Дәүләтхажи Сиражетдин улы Ишкилдин - Ырымбур башҡорто, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, сапер, һуңынан ул Мәскәүҙә төпләнгән. Ҡатыны рус милләтенән була, шулай ҙа балаларына Салауат һәм Ғәлиә тигән исемдәрҙе ҡуштырта.
Һуғыштан һуң Дәүләтхажи Мәскәүгә уҡырға инә һәм баш ҡалала төпләнә, электротехника техникумын тамамлай. Ҡатыны менән айырылышҡас, әсәй кеше улын Щербаков фамилияһына күсерә. Әммә Салауатта башҡорт гендары көслө була, ул ғүмер буйы үҙен башҡорт итеп тойоп, ғорурланып йәшәй. Тарихты, нәҫел тамырын өйрәнә, йәғни атаһы һәм әсәһе яғынан ете быуынын белә.
Гәүһәр Батталова “Минең исемем Салауат” фильмы аша Салауат Щербаковтың барлыҡ тормош юлын күрһәтергә лә, уның ниндәй бөйөк скульптор булыуы менән дә таныштырыуға өлгәшкән.
Донъя кимәлендә танылыу алған Салауат башҡортлоғо менән ғорурланыуын йәшермәй. Ҡаҙаныштарында башҡортлоҡтоң ярҙамы тейеүен белдереп: “Башҡорттарға хас сабырлыҡ, тырышлыҡ менән өлгәштем уңыштарға”, – ти. Үҙенең, улының, ейәненең йөрөш-торошо тураһында: “Башҡорт халҡына хас атлау беҙгә атайымдан күскән", – ти, ғорурланып.
Салауат Щербаков 40-тан ашыу һәйкәлде, Хәрби дан ҡалаларында 45 стеланы, ундан ашыу интерьерҙың дизайн-проектын ижад иткән. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының йөҙө булып торған ҡоролмаларҙы - кенәз Владимирға, император Александр Беренсегә, митрополит Гермогенға, Столыпинға һәм башҡа бик күп бөйөк шәхестәргә һәйкәлдәрҙе эшләгән алтын ҡуллы милләттәшебеҙ. Уның етәкселегендәге ижади төркөм Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуясаҡ. Милләттәшебеҙ республикабыҙҙа Урал батырға арналған һәйкәл комплексы төҙөргә лә хыяллана. Тимәк, киләсәктә уның менән тағы ла күп тапҡыр осрашасаҡбыҙ.
Автор фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: