+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 11:41

ҺӨЙӨНСӨ!!!

Күптән көткән яңылыҡ

Оҙон көй һәм башҡорт эпостары рәсми рәүештә мәҙәни мираҫ тип танылды

2020 йылда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай матди булмаған мәҙәни мираҫ тураһында закон ҡабул иткәйне. Әле республикала матди булмаған мәҙәни мираҫ реестрына 54 объект теркәлгән. БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, исемлеккә «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары, ҡурай, оҙон көй индерелгән. Унда шулай уҡ Дыуан районы оҫталарының сигелгән балаҫтары, «Ший кандыра» («Көмөш бау») мари бейеүе, Быдзынал (Пасха) удмурт байрамы һәм башҡалар бар.
Мәҙәни мираҫты рәсмиләштереүҙең тағы бер юлы - патент. Әле башҡорт халыҡ йырҙарының 4 электрон йыйынтығына патент алынған.
Читайте нас: