Опера йырсыһы, Елены Образцованың Халыҡ-ара музыка Академияһы художество етәксеһе Илдар Абдразаҡовҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.
Тейешле указға Владимир Путин 15 мартта ҡул ҡуйҙы, уны хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында табырға була.
Беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов шулай уҡ Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы.