+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 09:00

Балтас районында "Йәш килен" этноконкурсы үтте

Республика кимәлендә үткән "Йәш килен" этноконкурсына йомғаҡ яһалды. Сара Бөтә Рәсәй «Шәжәрә» мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә Балтас районында ойошторолдо. Конкурстың гран-прийына

Балтас районынан Юлиә Вәлиева лайыҡ булды.
Ике көн дауамында 15 ҡыҙ ижади ярышта көс һынашты. Балтас, Дыуан, Асҡын, Дәүләкән, Бишбүләк, Илеш, Туймазы һәм башҡа райондарҙан килгән конкурсанттар үҙҙәренең ғаилә тарихын һөйләне, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙар үҙҙәре йәшәгән райондарҙың этнографик кейемендә сығыш яһаны.
Беренсе урынды Дыуан районынан Айна Ғирфанова яуланы. Икенсе урынды Балтас районынан Светлана Ғәлиева һәм Дәүләкән районынан Гөлзирә Ҡарағолова бүлеште. III дәрәжә дипломды Балтас районынан Гөлназ Шәрифуллина, Асҡын районынан Земфира Сәлимгәрәйева, Балаҡатай районынан Зинира Талипова һәм Тәтешле районынан Асия Фәтхетдинова яуланы.
Фото culture.bashkortostan.ru сайтынан
Автор: Рамсита ГАЗИЗОВА
Читайте нас: