+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2021, 13:00

"Моңо ҡалды күңелдә..."

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Риза Мәһәҙиевтың хәтер кисәһе була

19 мартта Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиевтың иҫтәлегенә арнап "Моңо ҡалды күңелдә..." хәтер кисәһе үткәреләсәк. Режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина.
Кисә Риза Рафаил улының ижади һәләтенә, характерына, тәбиғәтенә ярашлы ҡороласаҡ. Актерҙың башҡарған ролдәре, йырҙары иҫкә алынып, уның яратҡан көйҙәре яңғыраясаҡ. Сарала театрҙың барлыҡ артистары ҡатнаша.
Хәтер кисәһе театрҙа 19 сәғәттә башлана.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: