+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2021, 09:00

"Сыңрау торна" - башҡорт фольклор фестивале

"Иҫ киткес матур сара булды республикабыҙҙың төньяҡ - көнсығыш райондары араһында уҙғарылған "Сыңрау торна" башҡорт фольклор фестивале, - ти шағирә, жюри ағзаһы Зөлфиә Ханнанова. - Уны ойоштороусы Дыуан районы хакимиәтенә, Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайына, Арый ауыл советына ҙур рәхмәт! Сараның башлап йөрөүсеһе һәм ойоштороусыһы Юлиә Йомағужинаға "Афарин!" тиергә генә ҡала".

"Күҙҙән йәштәр китмәне", - шағирә, жюри ағзаһы Зөлфиә Ханнанова "Сыңрау торна" фестивале хаҡында

"Иҫ киткес матур сара булды республикабыҙҙың төньяҡ - көнсығыш райондары араһында уҙғарылған "Сыңрау торна" башҡорт фольклор фестивале. Уны ойоштороусы Дыуан районы хакимиәтенә, Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайына, Арый ауыл советына ҙур рәхмәт! Сараның башлап йөрөүсеһе һәм ойоштороусыһы Юлиә Йомағужинаға "Афарин!" тиергә генә ҡала.

Халҡыбыҙҙың рух байрамы булды ул.
Дыуан районы Арый ауылы фольклор коллективы ҡабыҡ һуғыу кеүек боронғо кәсепте күҙ алдына баҫтырһа, йосоптар (Ҡыйғы районы) дәррәү ҡубарылып бесәнгә төшөү йолаһын күрһәтте. Арҡауылдар (Салауат районы) менән ҡыҙ оҙатып, яңы мишәрҙәр менән (Мәсетле районы) килен һандығы асып ҡыуандыҡ. Асҡын районының "Хазина" халыҡ коллективы менән бала һөйөргә лә өлгөрҙөк. Ҡаракүлдәр (Дыуан районы) менән "Ҡаҙ өмәһе"ндә ҡатнаштыҡ. Әйткәндәй, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, өлкәндәрҙән ҡалышмай, бәйге тотоуы шул тиклем генә ҡыуандырҙы, йола - ғәҙәттәребеҙ киләсәктә лә һаҡланыр әле тигән ышаныс тыуҙырҙы.

Салауат районы Мәсетле ауылы ағинәйҙәре менән рәхәтләнеп кис ултырҙыҡ, Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылының гүзәл заттары менән Ҡарға бутҡаһына барып килдек, ибрайҙар менән Әй йылғаһында боҙ киткәнен тамаша ҡылдыҡ. Һәр ҡатнашыусы коллектив онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеп, сағыу тамаша күрһәтте. Беҙҙең яҡҡа ғына хас бейеү хәрәкәттәре, халҡыбыҙ күңелендә һаҡланған йыр - таҡмаҡтары, лаҡаптары, кейем өлгөләре, боронғо кәсептәре — барыһы ла күңелде арбаны.

Ҡанатланып, ҡыуанып, илһамланып ҡайттым был саранан! Рухлы, иманлы, зауыҡлы камил сығыштары менән Гран - при яулаған асҡындар өсөн ҡыуандым.

Был аҫыл сарала Балаҡатай районының башҡорт фольклор ансамблдәрен күрмәүемә бер аҙ бошоноп та алдым. Шулай ҙа, зональ конкурстың дүртенсе тапҡыр ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, бәйгеселәрҙең артҡандан-арта барыуы күңелде күтәрә. Төньяҡ - көнсығыш башҡорттарының рухын күтәрә, 6ерҙәмлеген арттыра торған ҙур һәм әһәмиәтле сара ул.

Был хаҡта Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов, күренекле сәсәниәбеҙ Розалия Солтангәрәева, донъялағы иң виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғафур Зәйнетдинов та үҙҙәренең төплө, мәртәбәле фекерҙәрен еткерҙе киләһе йыл бәйгеселәр географияһының тағы нығыраҡ киңәйеүенә ышаныс белдерҙе.
Амин. Шулай булһын!".
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #дуван
Читайте нас: