Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (14 март 1951 йыл) — хор дирижёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова 1951 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуған. Нәжметдин уҙамандың 8 балаһы ла йырларға, төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға ярата. Әммә ҡыҙҙарҙың барыһы ла медицина юлын һайлай. Апайҙарына эйәреп Нәфирә лә медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап, дауаханала эшләй. Тик сәнғәткә булған һөйөү барыбер өҫтөнлөк ала.
1978 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (З. Х. Ғөбәйҙуллина класы), 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Э. Х. Ғәйфуллина класы; 1999, А. И. Корякин курсы) тамамлаған. 1983—2006 йылдарҙа — Өфө сәнғәт училищеһында, 2001 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, бер үк ваҡытта Хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, 2007 йылдан башлап «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. 2002 йылда Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында (Химки ҡалаһы; етәксеһе — СССР‑ҙың халыҡ артисы В. Н. Минин) стажировка үтә. «Милый мой хоровод» рус йыры ансамбленең һәм С. Т. Аксаков исемендәге баҡса эргәһендәге «Сылтыр шишмә», Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендәге «Өфө хәтирәләре» (икеһе лә — 2010) башҡорт йыры ансамблдәренең (бөтәһе лә — Өфө) ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе. Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрелгән театрлаштырылған тамашалар, юмор һәм сатира кисәләре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең юбилей кисәләре сценарийҙары авторы һәм режиссёры.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004])
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
Ире — Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы (1.09.1935—19.10.1992), режиссёр. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).