+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2021, 11:00

Халыҡ-ара музыкаль проекттың кастингы - Өфөлә

Өфөлә Башҡортостан Башлығының 30 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булған «Яңы моң» халыҡ-ара музыкаль проекттың кастингы үтте. Ете илдән биш меңдән ашыу башҡарыусы онлайн-һайлап алыуҙа ҡатнашты, баһалама алдында сығыш яһау хоҡуғын 52 йырсы яуланы. Жюри составында Рәсәйҙең билдәле продюсеры

Лина Арифулина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин Һәм башҡорт-татар эстрадаһының танылған йырсыһы Гөлназ Асаева.
Ҡатнашыусылар иртә менән тауыштарын көйләй. Абруйлы жюри алдында сығыш яһау-йырсылар өсөн беренсе мөһим һынау.
Сығыш яһап өлгөргән ҡатнашыусылар махсус бүлмәгә оҙатыла. Ниндәй төҫ яныуына ҡарап, конкурс һөҙөмтәһе асыҡлана. Жюри ағзаларын хайран ҡалдырыр өсөн тырышырға кәрәк – бары тик 16 йырсы ғына үтергә тейеш.
«Яңы моң» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының республика халыҡтарының телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән грантына уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың мотлаҡ башҡорт телендә йырлауы – конкурстың төп шарты.
Кастингты үткән ҡатнашыусылар өсөн вокал, сәхнә серҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, Башҡортостан мәҙәниәте менән яҡындан танышыу саралары ҡаралған.Ә еңеүсене бер миллион һум аҡсалата бүләк һәм профессионалдар командаһы менән йыр яҙҙырыу мөмкинлеге көтә.
Читайте нас: