Ҡатын-ҡыҙ яҙмышын һөйләү, ҡатын-ҡыҙ хистәрен бирә алыу, ҡатын-ҡыҙ булмышын асып һалыу өсөн ҡатын-ҡыҙ булып яратылыу кәрәк. Был донъя бар булғандан алып уның кендеге ҡатын кешегә бәйләнгән. Гүзәл зат әҙәмиәтте бар итә лә, үҫтерә лә, тәрбиәләй ҙә һәм бөтөн төрлө башланғыстарға рухландыра ла ала. Ҡатын-ҡыҙ күңеле диңгеҙ кеүек төпһөҙ һәм сикһеҙ ҙә, тауҙарҙай бейек һәм ғорур ҙа, ҡырҙарҙай киң һәм яҡты ла.