Сит ил инвесторҙары әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡорт балы етештереү потенциалы юғары. Әммә умартасылыҡ әле төбәктә хаҡлы ялдағылар шөғөлө кимәлендә генә үҫешкән. Француздар тармаҡты сәнәғәт күләменә сығарып экспортты бермә -бер арттырырға иҫәп тота. Проектҡа ярашлы, республикала 30 мең умарта, 6 бал һығыу станцияһы, 1 бал эшкәртеү һәм ҡаптарға тултырыу заводы булдырыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта улар урындағы йүнселдәргә лә ҡортсолоҡ продукцияһын сит илдәргә һатыуҙа ярҙам итәсәк. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлау һәм үрсетеү буйынса лабораториялар, сауҙа үҙәге һәм бал йорто төҙөргә иҫәп тотола.