Ер йөҙөндәге һәр халыҡҡа биргән кеүек, Тәңре беҙгә лә Рух ҡошо биргән.
Ул илаһи ҡош халыҡтың күңел йылылығынан көс ала һәм беҙгә оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә!
Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай. Теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға. Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей. Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә. Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә...
Оло маҡсаттар, уй-хыял, эшмәкәрлек – ғаилә һаҡлаған йолаларҙа. Халҡыбыҙ һаҡлаған йолалар – ил ҡото, милли хазина. Бер тын алып, бер дин тотоп, бер тыу-байраҡ сөйөп, бер ил-йортто һөйөп мең йыллыҡтар аша данлы-шанлы юл үткән башҡорт халҡы – Урал батыр вариҫтары!
Бөйөк эпосты – «Урал батыр»ҙы ижад иткән халыҡ балалары беҙ.
Халҡыбыҙ асылына, Рух ҡошо ҡуйған маҡсаттарға тоғромо беҙ?
Киләсәк алдында ниндәй бурыстар тороуын онотманыҡмы?
Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек!
Хөрмәтле туғандар, барығыҙҙы ла 15 март Рухиәт байрамына саҡырабыҙ.
Күркәм тамаша киске 7-лә башлана.
Инеү бушлай.
Рәхим итегеҙ!
Үткәреү урыны:
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры
(Өфө, Ленин урамы, 62).
Сараны ойоштороусы – «Аҡтирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге.
(Мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк таратыуығыҙ һорала).