+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 15:00

«Ағиҙел» предприятиеһының магазины асылды

Унда ҡунаҡтар өсөн ял һәм фотозона булдырылған

Өфөлә «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының беренсе фирма магазины асылды. Тантанала башҡарма власть органдары етәкселәре, депутаттар, сәнғәт һәм сәнәғәт өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Тирмә, торлаҡты ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә бүлеүсе шаршау заманса төҫ алып, стена биҙәгенә әүерелгән. «Ағиҙел» башҡорт кәсептәре предприятиеһының фирма магазинында өйҙәге кеүек мөхит. Түшәк кәрәк-яраҡтары, ашъяулыҡ, балаҫтар - йорт кәрәк-яраҡтары залында һәр әйбер милли орнаменттар менән биҙәлгән. Интерьерҙағы бәләкәй генә деталдәр аша халҡыбыҙҙың рухи байлығы сағылыш тапҡан.
Фирма магазинын асыу тантанаһында этник элементтар менән тегелгән эшлекле костюмдарҙың яңы коллекцияһы күрһәтелде. Производствола тик тәбиғи материалдар ҡулланылыуы билдәләнде. Әйткәндәй, «Ағиҙел» предприятиеһының илле һигеҙ йыллыҡ тарихы бар. Бәләкәй генә артелдән ул күп йүнәлешле ойошма булараҡ үҫеш алған. Матди-техник базаны нығытыуға дәүләт ярҙамы ла булышлыҡ иткән.
Иркен залда ағастан яһалған һауыт-һаба, һандыҡтар, милли биҙәүестәр, сувенир продукцияһы урын алған. Магазин сауҙа нөктәһен түгел, ә декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһен хәтерләтә. Бында һәр экспонат хайран ҡалдыра. Ғөмүмән, предприятие милли кадрҙар тәрбиәләү, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерә.
«Ағиҙел» йылғаһындай предприятие ла борма-борма юлдар аша тик алға ғына ынтыла. Әйткәндәй, Өфөләге магазинда ҡунаҡтар өсөн ял һәм фотозона булдырылған. Ул тирмә эсен хәтерләтә.
Гөлназ Хәйбуллина
Читайте нас: