+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 09:00

Туймазы театрында - яңы спектакль!

Спектаклдең премьераһы 17 мартта үтәсәк.

Туймазы татар дәүләт драма театры коллективы совет драматургы, Рәсәйҙең һәм Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Степан Лукич Лобозеровтың пьесаһы буйынса «Әстәғәфирулла» спектаклен әҙерләй.
Пьеса ауыл ерендә ауырыраҡ тормош менән йәшәгән ғаиләгә бер ҙә көтмәгәндә бик ҙур аҡса килеп төшөүе хаҡында.
Бәхет байлыҡтамы? Бәхетле итеп тойоу өсөн кемгә күпме аҡса кәрәк? Ҡасан кем үҙен ысын бәхетле итеп тоя? Ошо һорауҙарға һәр кем яуап уйлап ҡарағандыр. Спектаклде әҙерләүселәр ҙә быға яуап табырға тырыша.
Ҡуйыусы режиссер – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Муллабаев, рәссам – Рима Ғосманова.
Спектаклдең премьераһы 17 мартта үтәсәк.
Читайте нас: