+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 17:00

Салауат ҡалаһында сәнғәт күргәҙмәһе үтте.

Яҙҙың беренсе көндәрендә Салауат картина галереяһында Башҡорт тарихы йылына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — 8 мартҡа бағышланған «Яҙ ҡанаттары» исемле биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең күргәҙмәһе булды.


Яҙҙың беренсе көндәрендә Салауат картина галереяһында Башҡорт тарихы йылына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — 8 мартҡа бағышланған «Яҙ ҡанаттары» исемле биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең күргәҙмәһе үтте.
Дефилела ҡала оҫталарының ижади эштәренән торған ете коллекция ҡатнашты. Илһамлы һәм гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар тамашасы алдында үҙҙәренең ошо эштәре аша асылды.
Башҡорт халҡының күп төрлө мираҫы сағылған хәҙерге заман мода ағылышын күргәҙмәлә Гөлсинә Ниғмәтуллина «Стилизацияланған хатын-ҡыҙ бишмәте колекцияһы», Суфия Рәхимова «Стилизацияланған милли биҙәүестәр колекцияһы», Светлана Сәғәҙәтгәрәева «Никах кейеме колекцияһы» менән, кейеҙ баҫыу һәм яулыҡ сигеү оҫталары ҡатнашты.
Салауат ҡалаһы оҫталарының ижади эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Кисә ҡунаҡтары һоҡланғыс яҙғы кәйефтә байрам программаһын күҙәттеләр, ҡул эштәре йәрминкәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бүләктәр һатып алдылар, сәнғәт темаһына ижади презентация тыңланылар.
Читайте нас: