-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 20:00

Әминә Шафиҡова «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты һөҙөмтәләрен барланы

9 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

9 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Ә.И. Шафиҡова:
Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Хөрмәтле коллегалар!
2017 йылдан Башҡортостан Республикаһы «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектында ҡатнаша. Проект өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла:
«Урындағы мәҙәниәт йорто»;
«Театр – балаларға»;
«Кесе ҡалалар театрҙары».
Был проект ауыл халҡының мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуын, мәҙәни ҡиммәттәргә ныҡлап иғтибарын йәлеп итеүгә уңайлы шарттар булдырырға мөмкинселек бирә. Был айырыуса ҡалалағы кеүек һайлау мөмкинселеге булмаған ауылдарға хас.
«Урындағы мәҙәниәт йорто» йүнәлеше буйынса 4 йыл эсендә 2017 йылдан алып 2020 йылғаса республика программаһы барлыҡ муниципаль райондарҙы үҙ эсенә ала: 77 мәҙәниәт йортонда матди-техник база нығытылды. Был осорҙа дөйөм финанслау күләме 226,1 миллион һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль бюджеттан 187,6 миллион һум аҡса бүленгән.
2020 йылда 15 муниципаль районға 54,8 миллион һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 45,8 миллион, республиканан –6,25 миллион, урындағы бюджеттан – 2,74 миллион һум бүленгән.
Былар барһы ла мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға һәм ремонт эшләүгә йүнәлтелгән. Һатып алынған ҡорамалдар араһында: музыка ҡорамалдары, сәхнә кейеме, офис ҡорамалдары, театр креслолары, видеопроекция, тауыш һәм сәхнә ҡорамалдары, спорт инвентары. Шулай уҡ, һигеҙ муниципаль районға: Балаҡатай, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат һәм Яңауыл райондарына автотранспорт һатып алынды.
Билдәләп үтергә кәрәк, проектты тормошҡа ашырыу барышында 14 автотранспорт берәмеге һатып алынды.
Йыл һайын мәҙәниәт йорттары мәҙәниәт учреждениеһы, белем биреү үҙәге һәм йәмәғәт киңлеге функцияларын үҙендә берләштергән күп функциялы үҙәк статусын ала. 77 мәҙәниәт йортонан 16-һы күп функциялы клуб исемен алды.
Мәҫәлән, әлеге йыл дауамында ошо проект сиктәрендә Ҡыйғы районы Йыланлы ауыл советы мәҙәниәт йортонда күп функциялы клуб статусын ала. Бында тауыш яҙҙырыу студияһы, «Алтын еп» һәүәҫкәр берекмәһе булдырылған. Бәйләм бәйләү һәм йөн әйберҙәрен яһау менән шөғөлләнә. Шулай уҡ, "Өҫтәл уйындары академияһы" үҙ эшен башланы. Бильярд һәм теннис уйындарына өйрәтелә. Модель китапханаһында үк «МультКадрик» мультипликация студияһы булдырылған. Балалар үҙ ҡулдары менән йәнһүрәттәр төшөрөү мөмкинселегенә эйә булды. Балалар пластилиндан яһалған һындарҙы артабан махсус ҡорамалда монтажлау юлы менән «терелтәсәк».
Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортона программа сиктәрендә һатып алынған тегеү машиналарын ҡатын-ҡыҙҙар сәхнә һәм көндәлек костюмдарын тегә һәм улар үҙ мәҙәниәт йортон костюмдар менән тәьмин итә алды.
Яңыртылған Асҡын районы Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортон асҡандан һуң оло йәштәге кешеләрҙе үҙешмәкәр халыҡ ижадына йәлеп итеү буйынса эш әүҙемләште. Ауыл халҡы "Гөлнәзирә" һәм "Умырзая" фольклор коллективтарында ихлас шөғөлләнә. Йыл аҙағында халыҡҡа ике фольклор сараһы - «Ҡабыҡ төшөрөү йолаһы» һәм «Буҙа байрамы» тергеҙелде.
Билдәләп үтергә кәрәк, бөтә муниципаль берәмектәр субсидиялар алыу конкурсында әүҙем ҡатнаша, йыл һайын конкурс комиссияһы менән еңеүселәр – 15 район һайлап алына. «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты йәмәғәт советы эшләй: муниципаль берәмектәр өсөн шәхси кураторҙар беркетеү тәжрибәһе индерелгән. Был проектты тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә һәм бирелгән аҡсаны үҙләштереүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан ғәҙәттәгесә «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһы сиктәрендә йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Ағымдағы йылда проектты тормошҡа ашырыуға 63,9 миллион һум ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан –53,4 миллион һум (Рәсәй субъекттары араһында 1-се беренсе урын.
Ҡурсаҡ театры һәм уларҙың эшмәкәрлегенә финанс ярҙам итеүгә иҫәпләнгән «Театр – балаларға» һәм «Кесе ҡалалар театрҙары» йүнәлеше сиктәрендә 2017 йылдан 2020 йылға тиклем 4 йыл эсендә дөйөм финанслау 214 миллион һум тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджеттан 188,3 миллион өс йөҙ мең һум.
Был проекттар балалар һәм ҡурсаҡ театрҙары, шулай уҡ 300 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар театрҙары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә иҫәпләнгән. Ошо йылдар эсендә һигеҙ театрға, шул иҫәптән өс балалар театрына ярҙам күрһәтелде.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе; Стәрлетамаҡ урыҫ дәүләт драма театры; Салауат дәүләт башҡорт драма театры; Туймазы татар дәүләт драма театры; Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры; Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры; Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры; Сибай концерт-театр берекмәһе - «Сулпан» балалар театры.
Театрҙар үҙҙәренең матди-техник базаһын нығытты: креслоларҙы яңырттылар, яҡтылыҡ, тауыш, сәхнә ҡорамалдары, тегеү оҫтаханалары өсөн ҡорамалдар, декорациялар һәм костюмдар һатып алды. Гастроль эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн 10 автобус, шул иҫәптән 2020 йылда өс автобус һатып алынған.
Бөтә проекттарҙы тормошҡа ашырыу осоронда театрҙарҙың репертуары 54 яңы спектакль менән тулыланды, уларҙың 25-е – балалар һәм ғаилә менән ҡарау өсөн сағыу һәм ғәҙәти булмаған спектаклдәр.
2020 йылда ғына 14 яңы спектакль сәхнәләштерелде.
«Хозяйка медной горы» (Стәрлетамаҡ урыҫ дәүләт драма театры);
«Плачет ива под горой» (Туймазы татар дәүләт драма театры);
«Шайморатов-генерал», «Һағыштарым тулы ғазаптарым» (А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры);
«Ғүмерҙең бер мәле» (Салауат дәүләт башҡорт драма театры);
«Хушығыҙ, хыялдарым» (Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе);
«Живи!» (Р.Сванидзе), реж. В.Щербакова;
«О чём поёт орнамент?» (Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры);
«Аҡ мөғжизә» («Белое чудо»);
«Удивительное путешествие кролика Эдварда» (Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры);
«Тылсымлы ҡурай» («Чарующий курай»);
«Карлсон» («День рождение»);
«Серле мираҫ» («Наследие») (Сибай концерт-театр берекмәһе – «Сулпан» балалар театры).
Проект ярҙамында беҙҙең театрҙарҙа режиссерҙар, балетмейстерҙар, рәссамдар һәм сценаристар йәлеп итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Атап әйткәндә, сәхнә әҫәре өҫтөндә эшләүгә Мәскәү, Ҡазан, Ырымбур, Саха (Яҡут) Республикаһы, Ҡалмығстан белгестәре саҡырылды.
Йола буйынса, проект сиктәрендә булдырылған спектаклдәр Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара театр фестивалдәре һәм конкурстары афишаһына инә, унда байтаҡ абруйлы премиялар һәм наградалар яулай.
«Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы һәм фестивале, Эксперт советының фекеренсә, Салауат дәүләт башҡорт драма театрының «Глумов» (А.Островский) спектакле 2017-2018 йылдар миҙгелендә иң билдәле спектаклдәр лонг-лист исемлегенә инде.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» спектакле (М.Кәрим) «Дуҫлыҡ күпере» XVII Рәсәй һәм сит илдәр рус театрҙарының Халыҡ-ара фестивале лауреаты булды.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры М.Кәрим әҫәре буйынса «Өс таған» («Таганок») спектакле «Сказочная палитра» Милли йәш тамашасы театрҙары һәм йәштәр театрҙарының II Төбәк-ара фестивалендә «Йәш тамашасы өсөн иң яҡшы спектакль (режиссура)» номинацияһында еңеүсе булды. Шулай уҡ, VII «Туғанлыҡ – 2019» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале еңеүсеһе тип табылды.
Был театрҙарыбыҙға бирелгән наградаларҙың тулы исемлеге түгел.
2021 йылда проектты тормошҡа ашырыуға 44,5 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 39 миллион һумдан ашыу.
Республика йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә.
Быйыл 12 спектакль, шул иҫәптән алты спектакль ҡуйыу, һигеҙ театрҙың матди базаһын нығытыу, шул иҫәптән дүрт автобус һатып алыу күҙаллана.
Шулай уҡ, йыл һайын партия проекты сиктәрендә булдырылған иң яҡшы спектаклдәр Өфөлә театр декадаһында күрһәтелә.
Быйыл декаданы 18 марттан 25 мартҡа тиклем баш ҡала театрҙарында уҙғарыу ҡаралған. Тамашасы 2020 йылдың премьера спектаклдәре менән таныша аласаҡ. Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!
Һөҙөмтә яһағанда, «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проекты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы бәләкәй ҡала һәм ауылдарға ҙур ярҙам күрһәтте, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы театр сәнғәтенең үҫешенә булышлыҡ итте.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в