+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 15:07

Фильмда төшөргә саҡыралар

«Шағир көндәлеге»ндә үҙеңде һынап ҡара!

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы «Шағир көндәлеге» («Дневник поэта») тулы метражлы нәфис фильмында эпизодта һәм икенсе пландағы ролдә уйнау өсөн кастинг иғлан итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арнала (режиссеры Булат Йосопов).
Талаптар: 7 йәштән 65 йәшкә тиклем. 3 минуттан да артмаған ижади сығыш (проза, поэзия, йыр) әҙерләргә һәм кастингта ҡатнашыу өсөн анкета тултырырға кәрәк.
Башҡорт телен белеү һәм фильмда төшөү тәжрибәһе хуплана.
Үткәреү урыны һәм ваҡыты: 21 март 10.00-19.00 сәғәткә тиклем Актерҙар йортонда (Пушкин урамы, 94, тамашасы залы). Кастинг йәнле сират буйынса үтә. Үҙең менән маска һәм бирсәткә алып килеү һорала.
Бәйләнеш өсөн телефон: +7-987-025-94-74 (10.00-18.00, ял көндәренән тыш)
Читайте нас: