+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 15:00

Республикабыҙҙың виртуоз баянсылары халыҡ-ара кимәлдә еңеүгә иреште

Был уңыш тәүгеһе түгел, мәктәп музыка мәктәптәре араһында донъяуи кимәлдәге фестивалдәре ҡаҙаныштары менән лидер.

Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбе директоры Айнур Искәндәров менән уның уҡыусыһы Булат Мишәров Австрияның Зальцбург ҡалаһында уҙғарылған баянсылар конкурсында беренсе урын алды. Был уңыш тәүгеһе түгел, мәктәп музыка мәктәптәре араһында донъяуи кимәлдәге фестивалдәре ҡаҙаныштары менән лидер.
Был бүлмәлә баян көйҙәренең тынғаны юҡ. Дүртенсе синыф уҡыусыһы Булат Мишәров өлкән быуын баянсылары һыҙҙыртҡан көйҙәрҙе уйнай белә. Уҡытыусыһы Айнур Әхмәт улының дөрөҫ йүнәлештә уҡытыуының һөҙөмтәһеме, әллә күңеле тулы моң булғанғамы, малай көйҙәрҙе бик тиҙ отоп ала.
Шаҡшалағы 15-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Халыҡ-ара кимәлдәге музыкаль фестивалдәр лауреаты. Күптән түгел Австрияла уҙғарылған Халыҡ-ара музыка конкурсында ҡатнашып үҙ тиҫтерҙәре араһында беренсе урын алған. Уҡытыусыһы өлгөһөндә тиергә лә мөмкин, сөнки Айнур Искәндәров үҙе лә тап ошо фестивалдең беренсе премия лауреаты.
Айнур Әхмәт улы ете йәшенән баяндан айырылғаны юҡ. Күгәрсен районында йәшәгәндә музыка мәктәбе етәкләгән атаһынан бөтә көйҙәрҙе өйрәнеп ала. Атаһы уны республикала уҙғарылған конкурстарға йөрөтә башлай. Заһир Исмәғилевтың йылы һүҙҙәренән һуң ул тағы ла дәртләнеп ижад итә башлай. Хатта, конкурс ваҡытында яңылыш ҡына йәрәхәтләгән бармағы менән тамашасыларға көй уйнап ишеттерә.
Республика буйынса ойошторолған музыка фестивалдәрендә һәр ваҡыт еңеүсе булырға өйрәнгән егет Халыҡ-ара кимәлгә сыға. Бөтә донъя музыканттары араһында ла тик Гран-при, йә беренсе урын алыуға өлгәшә. 15 тапҡыр призлы урын яулай. Үҙе етәкләгән 15-се балалар музыка мәктәбе лә республиклағы башҡа мәктәптәр араһында конкурстарҙа ҡатнашып еңеү буйынса лидер. Ә виртуоз баянсы үҙе ғариза биреп тә өлгөрмәй, уны фестивалдәр ойоштороусы илдәр үҙҙәре саҡыра.
Пандемия шарттарында, әлбиттә, ҙур конкурстар онлайн форматта үтә. Фестивалгә улар видеояҙмалар яҙҙырып ебәрә. Ә иң мөһим сығыш алдынан мотлаҡ атаһы менән кәңәшләшә.
Читайте нас: