+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 19:00

Салауат театры баш ҡалала ҡунаҡта!

Тамаша М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры сәхнәһендә буласаҡ!

24 март Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына танылған
башҡорт прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың «Ике ир һәм бер ҡатын» повесы
буйынса "Ғүмерҙең бер мәле” спектаклен тәҡдим итәсәк. Әйтеп үтергә кәрәк, был
әҙиптең беренсе сәхнә әҫәре. Былтыр октябрь айында автор үҙе премьераға килеп,
коллектив менән танышып, спектаклгә үҙ баһаһын биреп ҡайтҡайны. Повесть
буйынса инсценировканы Зөһрә Бураҡаева яҙҙы. Спектаклде йәш режиссер Лиана
Ниғмәтуллина сәхнәләштерҙе.
...Ике төп геройҙың тормошҡа ҡарашы ҡапма-ҡаршы, улар төрлө тормош
принциптарына һәм әхлаҡи йүнәлешкә таяна. Райман Ҡолсурин юғары маҡсат
өсөн йәшәй, булмышын ҡул менән йыһаз эшләүҙә табып, үҙенең хыялын
тормошҡа ашыра. Ижадына бар күңелен һалып, ғәҙәти булмаған уй-ниәттәрен
бойомға ашыра һәм танылған оҫта булып китә. Икенсе ир Антил Байкалов —
бөтөнләй ҡапма-ҡаршы образ. Уға үҙенең дәрәжәһенән һәм матди байлыҡтан да
мөһимерәк нәмә юҡ. Ул шәхси мәнфәғәттәре менән генә йәшәй, уны дауаханала
ятҡан ҡатынының яҙмышы ла, улы ла борсомай... Спектаклдең өсөнсө геройы —
Сөмбөл. Ике ирҙе уға ҡарата булған хис-тойғолар берләштерә. Уны ниндәй
яҙмыш көтә, ул операциянан һуң һауығырмы – был хаҡта һеҙ мелодраманы
Ҡуйыусы рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Илсаф Вәдүтов,
хореограф – Ольга Даукаева, яҡтылыҡ рәссамы – Евгений Лисицын, вокал
буйынса педагог– Айгөл Ғайсина.
Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева,
Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, артистар Нәркәс һәм Мирас
Йомағужиндар, Радмир Дәүләтбаев, Әмир Үтәбаев, Риф Мусин, Радик Ғәлиуллин,
Гөлфинә Ибәтуллина, Эльвина Мусина һәм Айнур Синағолов башҡара.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты
сиктәрендә бойомға ашырыла. Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә
синхронлы тәржемә ителә.
Айырыуса персонаждарҙың нескә психологизмы, күңел
кисерештәре мөһим булған тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Спектакль киске сәғәт етелә М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма
театры сәхнәһендә уйналасаҡ!
Читайте нас: