Кисә Мәскәүҙең Кино йортонда Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмының премьераһы булды.
«Беҙ Айнур Асҡаров менән күптән аралашабыҙ. Уны ҡыҫҡа метражлы «Еңмеш» фильмынан алып беләбеҙ. Ошо эше утыҙҙан ашыу фестивалдә юғары баһа алғайны. «Өс таған» фильмы ла прокатҡа тиклем үк беҙҙең «Будем жить» фестивалендә ҡатнашып икенсе урынға лайыҡ булды. «Еңмеш», «Өфөнән һөйөү менән» таҫмаларын ҡарағандан һуң беҙ Айнурҙы «башҡорт Кустурицаһы» тип атаған инек. «Өс таған»ға ла актерҙар составын бик уңышлы һайлаған, фильм юғары кимәлдә төшөрөлгән, уға уңышлы прокат теләйем», — Рәсәй кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге директоры Дмитрий Якунин.
Айнур Асҡаровтың яңы фильмы киң прокатҡа 4 мартта сыға. Уны Башҡортостан, Татарстан һәм Рәсәйҙең күрше төбәктәрендә, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербургта һәм Алтай крайында күрһәтәсәктәр. Фильм яҡынса 130 кинотеатрҙа барасаҡ.
Мәскәүҙә фильмдың премьераһында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимованың һәм Мостай Кәрим исемендәге Фондтың сәләм хатын уҡып ишеттерҙеләр.
Картинана менән уны эшләүселәр – кино төшөрөү төркөмө һәм актерҙар, шулай уҡ инде үҫеп еткән төп ролдәрҙе башҡарыусылар таныштырҙы. Кинорежиссер Айнур Асҡаров был картинаны әлеге көндә иң яҡшы эштәренең береһе тип һанай.
Премьерала бик күп хөрмәтле ҡунаҡтар булды, улар араһында Александр Галибин – билдәле рәсәй актеры һәм Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» хәрби драмаһының режиссеры.
«Бөйөк кешенең һәм әҙәбиәтсенең прозаһына тотоноу – ул бик ҙур ваҡиға, Башҡортостан өсөн генә түгел, Мәскәү өсөн дә. Башҡорт һәм урыҫ халҡы бер бөтөн генә түгел, ә йөрәктәре бөтөн булһын өсөн бик күпте эшләгән кеше – иҫ киткес һәм рухыма иң яҡын дуҫ, донъя кимәлендәге шәхес. Минең йөрәгемдә уның тураһында хәтирәләр һаҡлана һәм мин башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшө булыуым менән ғорурланам», - тине Александр Галибин.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Республика башҡорт кинематографтарына башҡорт фильмдары төшөрөлһөн һәм прокатҡа сыҡһын өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, тип белдерҙе.
«Беҙҙең классик Мостай Кәрим мәңгелек темалар тураһында яҙған, уның әҫәрҙәрендә тормош, ҙур хыялдар менән йәшәүсе кешеләрҙең, был осраҡта балаларҙың өмөтө сағылдырылған. Ә Айнур Асҡаровтың фильмда шул үҙенсәлекте тотоп ҡалыуы – үҙе бик ҙур уңыштыр, тип уйлайым. Фильм, ысынлап та, бик әһәмиәтле, яҡшы төшөрөлгән, беҙҙең илдең барлыҡ балаларына ла оҡшар, тип ышанам».
Бөгөн «Өс таған» фильмының халыҡ-ара фестивалдәрҙән 10 наградаһы бар.