Урамда март… Яҙ тәбиғәтте генә түгел беҙҙең хистәрҙе лә уята. Мөхәббәт яҙ тыуа, тиҙәр. Уның тап шулай икәнлеген белеү өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Лилиә Ишемйәрова етәкселегендәге төркөмдөң «Һөйөү ялҡыны» исемле концертына рәхим итегеҙ. Тамашала эстрадабыҙҙың романтигы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, моңло йырҙары менән халыҡ һөйөүен яулаған, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Искәндәр Ғәзизов, оҫта ҡурайсы һәм баянсы Салауат Хәлилов, дәртле бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина ҡатнаша.