+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 16:16

Премия үҙ хужаһын тапты!

Башҡортостанда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты билдәле булды.

Башҡортостанда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты билдәле булды.
Башҡортостан Башлығы 1 мартта Указға ҡул ҡуйған.
Премия 2005 йылда булдырылғайны. Ул ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.
Быйыл был премияға "Илебеҙ ожмахтай. Страна чудес" тигән китабы өсөн яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды. Унда яҙыусының шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙын Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: