+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 10:59

Өфө рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина Сингапурҙа үтәсәк 1-се халыҡ-ара конкурста ҡатнаша

Ләйсән Рәхмәтуллина – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премяһы лауреаты. Акварель оҫтаһының ижади багажында Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған тиҫтәләрсә күргәҙмә иҫәпләнә.

Өфө рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның яңы әҫәре Сингапурҙа үтәсәк 1-се халыҡ-ара акварель күргәҙмәһе һәм конкурсында ҡатнашыусы һынлы сәнғәт өлгөләре исемлегендә. Яҡташыбыҙҙың "Баҡсамдағы гөлөм" картинаһы халыҡ-ара конкурсҡа тәҡдим ителгән 500-ләгән эш араһынан һайлап алынған. "Һауығыуға юл" тип аталған күргәҙмә быйыл августа уҙа. Конкурстың маҡсаты – кешеләрҙә һәм айырыуса йәш быуында һынлы сәнғәт аша эстетик зауыҡ тәрбиәләү. Шуға ла унда кеше тормошона кире йоғонто яһаған күренештәр һүрәтләнгән рәсемдәр ҡабул ителмәгән.
Ләйсән Рәхмәтуллина – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премяһы лауреаты. Акварель оҫтаһының ижади багажында Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған тиҫтәләрсә күргәҙмә иҫәпләнә.
Гөлдәриә Йосопова
Читайте нас: