+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 11:00

Буранай

Яҙҙың беренсе айы март боронғо Римдең һуғыш аллаһы Марсҡа бағышлап аталған. Марс шулай уҡ ер эшкәртеүселәр аллаһы ла булған икән. Март - яҙҙың тәүге айы. Шулай ҙа был айҙа бурандар ҡотора, ҡарҙар яуа. Ысын фенологик яҙ тик ай аҙағында ғына килә. Марттың ошо күренештәренә ҡарап, башҡорт халҡы был айҙы буранай тип атаған.

БУРАНАЙ
Буранай тип юҡҡа ғына
Атамағандар мартты.
Аҡман-тоҡман бурандары
Тыныслығын юғалтты.
Ҡарҙар яуҙы өйөрөлөп -
Бөтә донъяны баҫты.
Март ҡояшы ҡыйыҡтарға
Боҙбармаҡтарын аҫты.
Яуған ҡарҙарға ярҙамға
Буран көттөрмәй килде.
Тамсылар тама башлағас,
Көнө бөткәнен белде.
Ҡарҙар ирей башлау менән,
Ҡара ҡарғалар ҡайтты.
Таң атыуға күләүектәр
Боҙға әйләнеп ҡатты.
Оҙаҡ ятҡан епшек ҡарҙар
Селтәрләнеп тә бөттө.
Оло юлға ем эҙләргә
Ҡара ҡарғалар төштө.
Ҡураларҙағы хайуандар
Яҙ килгәнен һиҙенде.
Яңы тыуған йәш бәрәскәй
Шатлығынан һикерҙе.

Лира Хәбибуллинаның "Тыуған яғым - Башҡортостан" китабынан
Читайте нас: