+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 15:07

«Боронғо Өфө»

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы фонды баш ҡаланың Урман Техникумы урамындағы ун ҡатлы йорттоң иң аҫҡы ҡатында һаҡлана. Ойошма белгестәре билдәләүенсә, Урта быуатҡа ҡараған артефакттарға ҙур хәүеф янай. Сөнки подвал шарттарында температура режимын, дымды көйләүе ауырға төшә. Хәйер, киҫкен мәсьәлә тиҙҙән хәл ителәсәк.

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы фонды баш ҡаланың Урман Техникумы урамындағы ун ҡатлы йорттоң иң аҫҡы ҡатында һаҡлана. Ойошма белгестәре билдәләүенсә, Урта быуатҡа ҡараған артефакттарға ҙур хәүеф янай. Сөнки подвал шарттарында температура режимын, дымды көйләүе ауырға төшә. Хәйер, киҫкен мәсьәлә тиҙҙән хәл ителәсәк.
Ун ҡатлы йорт подвалында – «Боронғо Өфө» эҙҙәре. 4-14-се быуаттарға ҡараған тарихи ҡомартҡылар – 120 меңгә яҡын артефакт ике ыҡсым бүлмәлә һаҡлана. Фонд хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бында эшләү шарттары уңайһыҙ, тынсыу. Шул уҡ ваҡытта балсыҡ, тимер әйберҙәр, һөйәктәр өсөн махсус һаҡлау урындары талап ителә.
«Өфө-2 ҡаласығы» исеме аҫтында билдәле тарихи ҡомартҡы баш ҡаланың Пушкин һәм Зәки Вәлиди урамдары менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә урынлашҡан. Унда ҡаҙыныу эштәре 2006-2018 йылдарҙа ойошторолғайны. Дөйөм алғанда, өс мең квадрат метр биләмә тикшереүгә алына. Археологтар был участканың һәр милиметрын тиерлек өйрәнеп, төрлө ҡыҙыҡлы артефакттарға юлыға. Донъяуи кимәлдә уникаль күренеш тә бит, тик ҡиммәтле табылдыҡтар әлегә подвал кәштәләрендә һаҡлана.
Ер аҫтынан ҡаҙып алынған тарихи, археологик ҡомартҡылар тиҙҙән халыҡ өсөн асыҡ буласаҡ. Баш ҡаланың 450 йыллығына ҡаласыҡ биләмәһендә боронғо Өфө археология паркы булдырыу планлаштырыла. Төҙөлөш эштәре сиктәрендә Пушкин урамындағы ике йортто һүтеү күҙаллана. Әле урындағы халыҡ менән һөйләшеүҙәр алып барыла
Яңы һаҡлағыс музей функцияһын да үтәйәсәк. Хеҙмәткәрҙәр алдына «Боронғо Өфө» йөҙөн тергеҙеү бурысы ҡуйылған. Уның майҙаны өс мең квадрат метр буласаҡ. Депозитарий алдында археологик тәҙрә ҡуйыла – тарихи һәйкәлдең мәҙәни ҡатламдары менән танышыу мөмкинлеге асыла
Археология паркы халыҡтың яратҡан ял урыны ла булыр тип көтөлә. Төрлө оҫтаханалар, сувенирҙар һатыу урындары асыу ҡаралған. Улар барыһы ла боронғо стилдә буласаҡ. Башланғыс республика етәкселеге, илдең мәҙәниәт министрлығы тарафынан да хуплау тапҡан. Әлегә проект-смета документацияһын әҙерләү өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһе ҡарала. Өфөнөң ҙур юбилейына – 2024 йылға ҡурсаҡ театры ла заманса төҫ ала. Әле бина торлаҡ йорт бинаһында урынлашһа, киләсәктә айырым комплекс булараҡ автоном рәүештә эшләйәсәк.
Өфө өсөн алдағы дүрт йыл яңырыу йылы тип әйтһәк, хис тә хата булмаҫ. Музей, театр, цирк, китапханалар – мәҙәни объекттарға иғтибар арта. Күптән көтөп алынған төҙөкләндереү эштәренә ниһайәт, нөктә ҡуйыласаҡ. Баш ҡала оло юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнә.
Гөлназ Хәйбуллина
Читайте нас: