+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 16:56

«...Ат уйнатып алдан бара...»

Бөгөн Хөкүмәт йортондағы оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына "...Ат уйнатып алдан бара..." спектаклен бөтә уҡыусыларға күрһәтеү буйынса мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

Балалар ҡараһын, эре ҡалаларға спектаклде алып барып күрһәтергә кәрәк, юҡ-бар ҡарағансы, театрға барһындар, уйланһындар. Был спектаклде ҡарағанда хатта өлкәндәрҙең күҙҙәренә йәш тула, тигән фекерен белдерҙе.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы «...Ат уйнатып алдан бара...» спектакленең премьераһы 19 һәм 20 ноябрҙә театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә булғайны.
Читайте нас: