Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, уҡыусылар араһында һорашыу үткәреп, башҡорт тарихы буйынса иң яҡшы китаптарҙы асыҡланы. Башҡорт һәм рус телендәге китаптар ҡаралды. Улар нигеҙендә 100 китаптан торған исемлек төҙөлдө.
Акция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү уңайынан үткәрелде. Сара башҡорт тарихына, шулай уҡ Рәсәй һәм донъя тарихында башҡорттарҙың роленә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатын ҡуйҙы.
Тулы исемлекте Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарағыҙ.