+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 21:00

Ҡаңлы ырыуы башҡорттары осрашты

Бөгөн Бүздәк районында Ҡаңлы ырыуы йыйыны үтте. Йыйынға барлығы 91 делегат килде.

Бөгөн Бүздәк районында Ҡаңлы ырыуы йыйыны үтте. Йыйынға барлығы 91 делегат килде.
Ҡаңлы ырыуы башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай, уның ауылдары Бүздәк, Благовар, Бөрө, Дүртөйлө, Кушнаренко, Мишкә һәм Туймазы райондарында урынлашҡан.
Ҡаңлы ырыуынан бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәте лидеры Муллаян Халиков, башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабич, халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшин, яҙыусылар, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Хәким Ғиләжев менән Факиһа Туғыҙбаева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров менән Рушана Бабич һәм башҡалар бар.
Делегаттар баш ҡаланан килгән ғалимдар Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Искәндәр Сәйетбатталовтың, шулай уҡ тыуған яҡ тарихын, шәжәрәһен өйрәнгән яҡташтарының сығыштарын тыңланы, үҙҙәре йәшәгән район башҡорттарының тарихи һәм рухи мираҫына бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште, ырыу Советына ағзалар һайланы.
Осрашыу һуңында Ҡаңлы ырыуы гимны һәм гербын ҡабул иттеләр. Гимн итеп Факиһа Туғыҙбаева шиғырына Нәфирә Иҡсанова яҙған йыр раҫланды. Гербты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Геральдика комиссияһы эшләп тәҡдим итте, делегаттар уны бер тауыштан хупланы. Шулай итеп, Ҡаңлылар Балыҡсыларҙан ҡала Ырыу башлығы менән Советы, гербы һәм гимны булған икенсе ырыу булды.
Читайте нас: