+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 13:00

КОНКУРС!!!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға 70 йәш тулыуға ҡарата республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторола.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға 70 йәш тулыуға ҡарата республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторола. Бөтә донъя шиғриәт көнөндә конкурсҡа онлайн форматта йомғаҡ яһаласаҡ. Был бәйгелә нисек ҡатнашырға?
Конкурс 2 төркөм өсөн, йәғни VIII-IX, X-XI cиныф уҡыусылары һәм колледж студенттары араһында айырым уҙасаҡ. Номинациялар: Тамара Ғәниеваның шиғырын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының инглизсәгә тәржемә ителгән шиғырҙарын яттан һөйләү. Шулай итеп, башҡорт йәки инглиз телендәге биш минуттан артмаған видеояҙмағыҙҙы 25 мартҡа тиклем ойоштороу комитетына [email protected] адресына ебәрергә кәрәк буласаҡ. Белешмә өсөн телефон: 8 964 95 78 929.
Конкурсты Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ойоштора.
Читайте нас: