Ул 2012 йылдан башлап ике йылға бер тапҡыр ойошторола.
Быйыл фестиваль ике этапта үтә. Иң тәүҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһы филиалы сәхифәһендә онлайн-режимда һайлап алыу туры үтә. Унда ҡатнашыу өсөн 20 мартҡа тиклем ойоштороу комитетының электрон адресына [email protected] видеоматериал менән ғариза ебәрергә кәрәк.
Гала-концерт менән еңеүселәрҙе бүләкләү 2 апрелдә Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында була.
Фестиваль сиктәрендә башҡорт фольклор коллективтары, айырым йырсылар, бейеү коллективтары һәм сәсәндәр араһында ла конкурстар ойошторола.