+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 13:00

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы «Лилиә» һәүәҫкәр бейеү коллективы 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Һәүәҫкәр төркөм байрам һайын яҡташтарын матур сығыштары менән ҡыуандыра. Гүзәл заттар Өфөлә үткән конкурстарҙа даими ҡатнашып призлы урындар яулай.

Һәүәҫкәр төркөм байрам һайын яҡташтарын матур сығыштары менән ҡыуандыра. Гүзәл заттар Өфөлә үткән конкурстарҙа даими ҡатнашып призлы урындар яулай.
Бейеү - рухи ял сәғәте тип иҫәпләгән Флүзә Батыршина Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы «Лилиә» коллективында өс йыл шөғөлләнә. Һөнәре буйынса табип булып эшләгән гүзәл зат урындағы бейеү төркөмөнә ҡушылыу көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып кәйефте күтәрә тип репетиция ваҡытын көтөп ала.
2006 йылда район үҙәгендә ойошторолған бейеү коллективы төрлө өлкәлә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән. Ижади төркөмгә бейеүселәр өҫтәлгән һайын тамашасыларға тәҡдим ителгән репертуар ҙа тулылана.
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа даими сығыш яһаған «Лилиә» коллективы ағзалары сәхнә кейемдәрен дә үҙҙәре таба. Мәҫәлән, Яҡут милли бейеүе костюмына ҡыҙҙар туҡыма алып тегенсенән тектергән.
30 йәштән 50 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән бейеү коллективы ағзалары республика конкурстарында ҡатнашып әүҙемлек күрһәтә. Әммә һәүәҫкәр бейеүселәрҙең төп маҡсаты ижади түңәрәккә йөрөү – бәйгеләрҙә еңеү яулау түгел, ә рухи көс, дәрт туплап сәләмәт тормошта йәшәү.
Флорида Ким
Читайте нас: