+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 11:00

Бейеү ҡуйыусыға 100 мең һум вәғәҙә ителә

«Байыҡ» телевизион конкурсы ҡатнашыусыһына махсус бейеү өйрәтеүсе аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. Был төп приздарҙың береһе. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың төп мәҙәни проекты эш башланы. Сираттағы миҙгел баһалама ағзаларының яңырыуы, конкурсанттарҙың география киңлеге менән айырыла.

«Күбәләк биҙәктәре» халыҡ фольклор ансамбле, ырыу атамаһын алған ижади төркөм «Байыҡ» телевизион конкурсында сираттағы тапҡыр ҡатнаша. Әбйәлил районы Байым ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Фәнил Әсәҙуллин һалған «Бирнә ҡото» исемле яңы бейеү композицияһы менән сығыш яһаны. Ул кейәүгә сығырға әҙерләнгән ҡыҙға ҡорама ҡорау өмәһе йолаһына нигеҙләнгән.
Бар бейеү композициялары ла, ғөмүмән, халыҡ йолаларын сағылдыра. Батмусҡа самауыр ултыртып бейеү үҙе генә ни тора! Ә инде әсә-өләсәһенән ҡалған милли ҡомартҡы менән сығыш яһау бейеүҙең матурлығын тағы ла асып һала.
Берәүҙәр сәхнәлә бейегәндә, икенселәр шаршау артында үҙ сығышын көтә. Композиция хәрәкәттәрен ҡабатлап, физик күнегеүҙәр эшләй.
Һәр бейеү, әлбиттә, тәнҡит күҙлеге аша үтә. Баһалама ағзалары үҙ хөкөмөн сығара. Берәүҙәр икенсе турға үтһә, икенселәр төшөп ҡала.
«Байыҡ» республика телевизион конкурсы быйыл 14-се тапҡыр ойошторола. Проект йыл һайын 500-ләп ҡатнашыусыны бергә йыя. География ла киңәйә. Быйыл мәҫәлән, Санкт-Петербург, Сорғот ҡалаһынан килеүселәр бар.
Әйткәндәй, быйылғы конкурста Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Салауат районы бейеүселәренең әүҙемлеге күҙгә ташлана. Араларында башҡорт бейеүен өйрәнеп килеүсе башҡа милләт вәкилдәре лә юҡ түгел. Был конкурстың мәртәбәһен тағы ла күтәрә.
Азат Ғәлиуллин
Читайте нас: