+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 15:00

«Беҙҙең ваҡыт»

Премьера!

Һәр замандың үҙ һулышы, үҙ матурлығы һәм йыр-моңдары. Замынды заманға, быуынды быуанға ялғап тороусы илаһи көс тә ул – йыр! Әммә һәр нәмәнең үҙ ваҡыты булған кеүек, һәр ваҡыттың да үҙ йыры.
Тимур Рамазанов етәкселегендәге йәштәр төркөмө үҙ ваҡыттарының мөмкинлектәрен ҡулланып, тамашасыны яңы хистәр, яңы кисерештәр донъяһына саҡыра.
«Беҙҙең ваҡыт» ул үткәндәрҙе онотоу йәки ситкә этәреү түгел, ә шул белгәндәр нигеҙендә тағы ла шәберәк яңы концерт күрһәтеү», — ти «Стюардесса», «Йәшәйбеҙ», «Ҡарлы ямғыр» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусы Тимур Рамазанов.
Әгәр ҙә үҙ ваҡытығыҙҙы күңелле, йәмле, дәртле итеп үткәргегеҙ килһә 27-се февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына рәхим итегеҙ!
Йәш йырсылар: халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаттары Тимур Рамазанов, Сабина Кучаева, скрипкасы Резана Актаева, нәфис һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашева ҡатнашлығындағы өр-яңы программа бөгөнгө ваҡытҡа ауаздаш, заманыбыҙға яҡын йырҙар, көйҙәр, шиғырҙар менән тулы буласаҡ.
Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Читайте нас: