-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2021, 12:00

Башҡорт блогерҙары һәм журналистары йәнә бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!

Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурстың икенсе ай еңеүселәре:

1. Яҡшығолова Гөлдәр Әхәт ҡыҙы. «Башҡортостан» гәзитендә башҡорт телендә сығған бер шәлкем сканвордтары.
2. Абдуллина Фирүзә Дәүләтшина. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Ғәжәп донъя» төркөмө.
3. Окунев Владлен Иосифович. DAMDAM бренды.
4. Ягудина Рәлиә Рәшитовна. Инстаграмда алып барған сәхифә өсөн.
5. Нуретдинов Ансар Әнүәр улы. «Юбилярға Википедия бүләге» проекты.
Владлен Окунев бер нисә йыл дауамында йәштәр араһында бик популяр булған милли дизайн менән кейем өлгөләрен етештерә. Уларҙың иң билдәлеһе, мәҫәлән, ӨФӨ тигән яҙыулы футболкалар. Унан башҡа Владлен башҡорт теле һәм Башҡортостан тураһында рэп-композициялар ҙа ижад итә.
«Беҙҙең бренд—ул үҙенә күрә код. Беҙ уны Башҡортостанда ситтә йәшәгәндә уйлап сығарҙыҡ, тәүҙә ул сит мөхитте бер-береһен табырға теләгән яҡташтар өсөн булһа, бөгөн ул милли орнаментҡа нигеҙләнеп эшләнгән заманса стилгә әйләнде. Һәм был стилде йәштәр аңланы, был иң мөһиме», — тип хеҙмәтен тасуирланы Владлен.
Конкурстың маҡсаты — киң мәғлүмәт сараларында һәм һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йомғаҡ ай һайын яһала, жюри ағзалары биш еңеүсене һайлай, улар 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Читайте нас: