+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 15:00

Реконструкциянан һуң Мишкә районында мари тарихи-мәҙәни үҙәге асылды

Яңы асылған бинаға “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты буйынса реконструкция яһалған.

Кисә Мишкә районында яңыртылғандан һуң мари тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Реконструкция эше 2019 йылдың авгусынан 2020 йылдың декабренә тиклем барҙы.
Яңы асылған бинаға “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты буйынса реконструкция яһалған. Хәҙер үҙәктә интерактив музей, оҫтахана, тауыш яҙҙырыу студияһы, киностудия, ҙур зал бар.
БР вице-премьеры Азат Бадранов тарихи-мәҙәни үҙәктә дәүләт наградалары ла тапшырҙы: Краснокама районының “Эрвел-Мари” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Раиса Сатаеваны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: